0%

Тиҙ әйтелә тиҙәйткес(тиҙәйткес). Бөрйән Байым

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Тиҙ әйтелә тиҙәйткес (тиҙәйткес )
автор Бөрйән Байым
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл


Тиҙ әйтелә тиҙәйткес


Тиҙәйткестәр тиҙ әйтелә,
Йә, һин тиҙ әйтеп ҡара:
«Ҡалын ҡарҙа ҡара ҡарға
Ҡарҡылдап китеп бара».
Йәки бына бер тиҙәйткес,
Йәһәт әйтергә тырыш:
«Уҙған йылда туҙҙы тоҙҙан
Туҙҙан тегелгән тырыз».
Ә быныһы төртмәле,
Тел көрмәлеп, өркмәле:
«Көрмәлеләр көртмәлене
Килтереп өлгөртмәне».
Тиҙәйткестән шөрләй дуҫтар,
Ә миңә ул йырмы ни?
Йыш-йыш ҡына ҡабатлаһаң,
Әйтеүе ауырмы ни?
 
 


2006 йыл